Белеүебеҙсә, “Атайсал” проекты тураһында тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә тыуған төйәгенә – Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре барышында белдергәйне. Артабан инде ойоштороу комитеты, проекттың положениеһы, махсус сайт булдырылып, эш башланды. Шул мәлдән бөгөнгәсә ошо проектҡа йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше ҡушылды. Улай ғына ла түгел, бөгөн “Атайсал” проекты менән илдең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына, үҙҙәрендә тормошҡа ашырыу теләген белдерә. Бөгөн “Атайсал” – республиканың барлыҡ төбәктәрендә киң ҡолас алған проект. Изге йөрәкле, ярҙамсыл, йәнтөйәген яратҡан кешеләр социаль әһәмиәтле объекттар төҙөүгә, булғандарын ремонтлауға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, мәҙәниәт йорттарына, ауыл китапханаларына ярҙам итеүгә ғәйәт ҙур иғтибар бүлә. Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тантаналы шарттарҙа яңы стела һәм арт-объект асылды. Былай ҙа хозур тәбиғәте менән алдырған төйәккә яңы объекттар тағы ла сағыу биҙәк өҫтәй. Ауыл йәштәре ошондай иҫтәлекле урында