2024-2030 йылдарға авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса яңы республика адреслы программаһына 38 муниципалитетта дөйөм майҙаны 227 мең квадрат метр булған 565 күп фатирлы йорт ҡарай. Адреслы программа 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған өйҙәрҙә йәшәгән 14,7 мең кешенең торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ. Уны алты этапта тормошҡа ашырасаҡтар. 2024 йылда беренсе этап сараларын тормошҡа ашырыуға 134,2 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған. Киләһе этаптарҙы финанслау “Тормош өсөн яңы инфраструктура” яңы милли проекты ҡабул ителгәс башлана. Программаның тәүге этабы ҡатнашыусылары тип Өфө, Бөрө ҡалалары табылды. Уларҙа 1 162,73 квадрат метр күсереү өсөн ҡаралған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашыра. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов әйтеүенсә, Башҡортостанда дөйөм майҙаны 392 мең квадрат метр булған 842 йорт авариялы тип танылған. Фото, сығанаҡ: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.