Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Нуриман районында ял базаһы төҙөлә

Башҡортостандың гарантия фонды “Риал“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 22,5 миллион һум күләмендә поручителлек биргән. Был хаҡта төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Ошо тәьминәт ярҙамында ойошма банкта турист проектын тормошҡа ашырыу өсөн 45 миллион һум кредит алған. Ярҙам сараһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы күрһәтелә. – Гарантиялы ярҙам банк кредиттарын алыуҙы еңеләйтә. Башҡортостандың гарантия фонды бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн финанс ойошмалары алдында поручителлек бирә. Был талап ителгән механизм бизнес-проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә финанслау алыу процесын ябайлаштырыусы заманса сервистар һәм хеҙмәттәр менән тулыландырылған, – тине БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. “Риал“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алынған аҡсаны Нуриман районында “Ауыл“ ял базаһын төҙөү проектына инвестициялаясаҡ. Уны биш йыл дауамында тормошҡа ашырырға планлаштыралар. Әлеге ваҡытта Павловка ауылында алты гектар майҙанда һыу һәм электр менән тәьмин итеүҙе тоташтырыу буйынса эштәр алып барыла, шулай уҡ интернет һәм телефон элемтәһе булдырыла. 2029 йылдың аҙағына тиклем ял базаһында 100 эко-модулле йорт төҙөү, шулай уҡ ресторандар, спорт комплексы, бассейн, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары һәм йәйәү йөрөү зоналары асыу планлаштырыла. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре.