- Беҙ Башҡортостанда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн яҡшы шарттар булдырҙыҡ һәм уларҙы үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Паралимпиясыларҙы ярыштарға «Адаптив спорт үҙәге» республика спорт мәктәбе әҙерләй. Республикала спортҡа ярҙам итеү беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һуңғы биш йылда 1 400-ҙән ашыу объект төҙөлгән – был Рәсәйҙә өсөнсө урын. 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр төбәктә спорт ҡоролмаларын капиталь ремонтлау буйынса программа эшләй башланы. Республика ҡала һәм ауылдарында заманса тренажерҙар менән спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Бөтә ерҙә лә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ, - тине Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов. Паралимпиясылар бик ҡатмарлы шарттарҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтте һәм Рәсәй Паралимпия йыйылмаһына 6 миҙал алып килделәр. Миллионлаған рәсәйлене үҙҙәренең сығыштары менән шатландырғандары өсөн уларға ҙур рәхмәт. Республикабыҙ һәм бөтә илебеҙ һеҙҙең менән ғорурлана, – ти