– Төбәк инвестиция картаһы даими рәүештә яңы объекттар менән тулылана, был төбәк иҡтисадына инвестиция йәлеп итеү мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, ресурста беҙҙең республикалағы барлыҡ ярҙам саралары менән танышырға мөмкин, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Башҡортостандың инвестиция картаһы дөйөм Рәсәй инвестиция талаптарына яуап бирә. Карта ярҙамында инвесторҙар һәм эшҡыуарҙар төбәктең инфраструктураһын һәм мөмкинлектәрен тулы күләмдә һәм асыҡ күрә ала. – Инвестиция картаһы – ул бәйләнештәр, тарифтар, инвестиция майҙансыҡтары һәм ер участкалары тураһында мәғлүмәт биреүсе уңайлы инструмент. Ул һәр ваҡыт ҡул аҫтында. Әлеге ваҡытта картала 50 меңдән ашыу объект күрһәтелгән. Инвестиция картаһы менән ҡулланыусыларҙың артыуын күҙәтәбеҙ: август аҙағында ғына 9 меңдән ашыу кеше ресурсҡа ингән һәм бизнес алып барыу өсөн ер участкалары алыуға 24 ғариза килгән, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Инвестиция картаһында урынлаштырылған майҙансыҡтар хаҡында мәғлүмәтте тулыландырыу менән Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы шөғөлләнә. – Бөгөн инвестиция картаһында 1500-гә яҡын инвестиция майҙансығы урынлаштырылған. Һәр береһенең үҙ паспорты бар, унда майҙансыҡ, инженер селтәрҙәренә тоташтырыу нөктәләре, инеү юлдары һәм башҡалар тураһында ентекле мәғлүмәт бирелгән. Шул рәүешле инвестор онлайн форматта бизнесты үҫтереү өсөн майҙансыҡ һайлай ала. Оҡшаған майҙансыҡтарҙы виртуаль турҙар ярҙамында өйрәнергә мөмкин, – тине Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. Фото: pravitelstvorb.ru сайтынан.