Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов социаль селтәрҙә республика балалар гематология клиник дауаханаһында дауаланған балаларға ярҙам акцияһы барыуы тураһында яҙған. “Ун йәшлек Алина “Батырлыҡ ҡабы” акцияһы тураһында социаль селтәрҙәге минең пост аша белгән. Әсәһе менән бергә улар уйынсыҡтар, китаптар йыйып беҙгә тапшырҙы. Хәҙер уларҙың бүләктәре - клиниканың онко-гематология бүлексәһендә дауаланған балаларҙа. Бынан бер ай элек хеҙмәттәшем Юля Краснова менән ауырыу балаларға ярҙам тураһында иғлан иткәйнек. Акцияға Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Иглин райондары һәм Өфө ҡалаһы ҡушылды. Кескәй пациенттарҙың тормошо ябайҙан түгел. Уларҙың һәр көнө – яман сир менән көрәш. Көн һайын уколдар, капельницалар, дарыуҙар алыу ауыр. Ҡатмарлы процедураларҙы аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү маҡсатында уларға уколдарҙан һуң батырлыҡтары өсөн бүләк һайларға тәҡдим итәләр. Бөгөн балалар яҙмышына битараф булмаған оло йөрәкле кешеләр ярҙамында уйынсыҡтар, канцелярия тауарҙары, китаптар һалынған алты ҡапты хәтәр сир менән батырҙарса көрәшкән балаларға тапшырҙыҡ. Беҙ ысын күңелдән уларҙың дауахананан һау-сәләмәт сығыуын теләйбеҙ”. Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon #ТимергалиУразгулов #коробкахрабрости