Ҡаланың медицина учреждениеларының береһендә эшләгән 64 йәшлек табип-рентгенолог Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткән. Баҡтиһәң, зыян күреүсегә баш табиптан хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам күрһәтеүҙе һорап шылтыратыу килгән. Һөҙөмтәлә уға билдәһеҙ номерҙан берәү шылтыратып, үҙен ”көс структуралары хеҙмәткәре” тип таныштыра һәм шәхси мәғлүмәттәрҙең башҡаларҙың ҡулына эләгеүе тураһында хәбәр итә. Ялған хеҙмәткәр, урлауға юл ҡуймаҫ өсөн, Өфөлә йәшәүсене кредит алырға һәм аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә күндерә. Табип аферисттарҙың күрһәтмәләрен үтәй һәм уларҙың иҫәбенә 4,5 миллион һумдан ашыу шәхси аҡсаһын, өҫтәүенә 500 мең һум кредит алып күсерә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрө районы буйынса бүлегенә 77 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Пенсионерға “банк хеҙмәткәре” шылтыратып, уның иҫәбендә шикле эшмәкәрлек күҙәтелеүе тураһында хәбәр итә. Шылтыратыусы әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәтсене эҙләүен һәм уның кемлеген “асыҡлауҙа” пенсионерҙан ярҙам һорай.
Тәүлек эсендә 18 миллион һумдан ашыу аҡсаны сәлдергәндәр!
11 сентября 202411 сен 2024
1 мин