Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡысҡырып, ҡулын болғап, айыу ҡыуған

Башҡортостандың Белорет районында ауылға яҡын килгән айыуҙы бик үҙенсәлекле ысул менән ҡыуып ебәргәндәр. Бер кеше ағас кәртә аша сығырға ниәтләгән айыуға табан киткән. Ул, тайыштабанды ҡурҡытыр өсөн ныҡ итеп ҡысҡыра, ҡулдарын һелтәп ҡарай. Әммә был ғына ярҙам итмәгәс, төрөлгән бесән өйөмөнә менеп баҫа. Белеүебеҙсә, айыуҙы ҡурҡытыр өсөн ныҡ итеп ҡысҡырырға, унан бейегерәк булып күренергә кәңәш итәләр. Был ир ҙә тап шуның өсөн төрөлгән бесән өҫтөнә менеп баҫты. Комментарийҙарҙа яҙыуҙарынса, ауыл халҡы әле ал-ял белмәй бесән эшләй, ә тайыштабандар Белорет яҡтарында етерлек. Күреүегеҙсә, бер кеше айыуҙы ҡурҡытам тип тырыша, ә башҡалар уны көлә-көлә видеоға төшөрә. Урман хужаһы менән шаярыу, уны көлөп күҙәтеү һис тә кәңәш ителмәй. "Бергәләп ҡаршы бармаған хәлдә лә, һөрәнләп, көслө тауыш сығарып ярҙам итергә ине", тип яҙалар комментарийҙа. Ярай, барыһы ла яҡшы тамамланған - тайыштабан урманына ҡайтып киткән. Фото: видеонан скриншот. Видео: vk.com/bashkiria_ru