Баймаҡ районының Юлыҡ ауыл эргәһенән аҡҡан Мағаш йылғаһында 1986 йылда төҙөлгән быуа ҡоролмаһы иҫкергәйне, һуңғы йылдарҙа уны яңырттылар. “Шуға саҡлы 40 йыл самаһы Юлыҡҡа һәм тирә-яҡ ауылдарға хеҙмәт иткән быуа иҫкергәйне, хатта ҡарар күҙгә лә күркәмлеге ҡалманы, ә бит ул - эсер һыу запасы буйынса федераль исемлектә торған объект”, – ти Йомаш ауыл биләмәһе башлығы Барый Миңлебаев. – “Өфөнән килгән төҙөүселәр быуаның плотинаһын бейегәйтте, бөгөн һыу ятҡылығы 30 гектарҙы майҙанды биләй, тәрәнлеге урыны менән 18 метрға етә”. Төҙөүселәр, һыу кимәле күтәрелеү ихтималын да иҫәпкә алып, быуа төбөндө ике ҡапҡас ҡалдырған, хәҙер был гидротехник ҡоролмала боҙ тотҡос ҡулайлама һәм плотина өҫтөндә һыу ағыҙыу торбаһы ла бар. Унда алты миллион һумдан ашыуға эштәр башҡарылды. Был эштәр төбәк экологияһы балансын тәьмин итеүгә булышлыҡ итә, шулай уҡ урындағы халыҡтың йәшәйешендә уңайлыраҡ шарттар булдыра. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ: “Республика – Урал аръяғының төп инвесторы. Ул беҙҙең мәнфәғәттәр, борсолоуҙар һәм ҡыуаныстар даирәһендә. Шуға күрә үҫеш стратегияһын эшләгәндә урындағы муниципалитеттарҙың тәҡдимдәрен дә өйрәнеү, унда йәшәгән халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алыу, барыһы менән дә кәңәшләшеү үтә мөһим”. Фото: “Башинформ”.