Найти тему
Башҡортостан гәзите

Журналистарҙы интенсивта ҡатнашырға саҡыралар

Ул 27 сентябрҙә, сәғәт 11-ҙән төшкө 2-гә тиклем, "Евразия" ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара кампусының «Берлога» конференциялар залында (Вәлиди урамы, 32/2, 2-се ҡат) үтәсәк. Махсус ҡунаҡ - "Тинькофф-журнал", "Комсомольская правда", "Финтолк" федераль баҫмалар авторы, "Ғаилә финанстары - был ябай" китабы авторы Инна Филатова. Ул аҡса тураһында һәр кеше аңларлыҡ, ҡыҙыҡһынырлыҡ һәм тексты аҙағына тиклем уҡырлыҡ итеп нисек яҙырға кәрәклеген һөйләйәсәк. Темалар төрлө: кредитлау, бюджет, финанс мутлашыу, пенсиялар, страховкалау, инвестициялар, һалымдар, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм башҡалар. Тыңлаусылар дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе (шул иҫәптән Рәсәй һәм сит ил сығанаҡтарын) ҡайҙан алырға, ниндәй спикерҙарҙы йәлеп итергә кәрәклеген, шулай уҡ ҙур профилле баҫмаларҙың релиздары һәм кейстары менән эшләүҙең аныҡ миҫалдарын тикшерәсәк. Шулай уҡ программала – «Башҡортостан Республикаһының финанс тикшеренеүҙәр үҙәге» эксперты Светлана Вәлиеванан оҙайлы сроклы аҡса туплау программаһы буйынса лекция. Аккредитация түбәндәге телефон буйынса: 8 987 601 63 56. Фото: "Башинформ".