17-19 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк Ижади һәм фәнни интеллигенция форумы сиктәрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе йәштәр симфоник оркестрының 2024 йылдағы йомғаҡлау сығышы буласаҡ. БДБ-ның йәштәр симфоник оркестры БДБ-ға ингән дәүләттәрҙең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды инициативаһы буйынса ойошторола. Оркестр тәүге тапҡыр 2007 йылдың ноябрендә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала БДБ дәүләттәренең Ижади һәм фәнни интеллигенцияһының II форумына арналған концертта ҡатнашыу өсөн йыйыла. Концерт программаһына Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фуат Мансуров дирижерлыҡ итә. БДБ Йәштәр симфоник оркестрының сығыштары географияһы йыл һайын киңәйә: Азербайжан һәм Әрмәнстан, Беларусь һәм Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан, Төркмәнстан. Оркестрҙың концерттары Нью-Йоркта БМО Генераль ассамблеяһы залында һәм Парижда ЮНЕСКО штаб-фатирында үтә. Оркестр менән төрлө илдәрҙән бик күп күренекле музыканттар эшләй. 2019 йылдан оркестрға Рәсәйҙең халыҡ ар