Ял көндәрендә Бөрө районында бәләкәй балаға бәйле булған фажиғәле хәл тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ағиҙел буйында һыуҙа торған кәмәне тағылмаға тейәгән саҡта “УАЗ” машинаһы ауырлыҡтан һыуға төшөп китә. Уның эсендә өс бала һәм ике өлкән кеше ултырған була. Өлкәндәр һәм ике бала сығып өлгөрә, ә бына ете йәшлеге машина менән бергә һыу төбөнә китә. Аҙағыраҡ машинаны һөйрәп сығаралар, тик эсендә малай табылмай. Һөҙөмтәлә водолаздар баланы эҙләүҙе ойоштора. Дүртенсе көн тигәндә, бөгөн уның кәүҙәһе табыла. Уның кәүҙәһе машина һыу аҫтына киткән урындан 200 метр түбәндәрәк ятҡан. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ете йәшлек малай водителдең улы булған. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: МЧС.