Республика перинаталь үҙәк табиптары етлекмәй тыуған 820 грамлыҡ сабыйҙы тәрбиәләп, юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеп, йәшәүгә путевка бирҙе. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә хәбәр итә. Баланы яҡты донъяға килеү менән яңы тыуған сабыйҙарҙың реанимация һәм интенсив терапия бүлексәһенә күсергәндәр. Уға анестезиологтар, неанатологтар һәм реаниматологтар медицина ярҙамы күрһәткән. “820 грамм ауырлығында ғына тыуған малай оҙайлы дауаланыу юлын үтте. Оҙаҡ ҡына үпкәне яһалма елләтеү аппаратында булды, зонд аша туҡландырылды. Сабыйҙың плевра ҡыуышлығын дренажлау буйынса операция үткәрелде. Аҙаҡ балала бронх-үпкә дисплазияһы башланды. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, сабый үҙаллы тын ала башланы, – тип яҙа министр. – Беҙҙең белгестәр һәр сабый ғүмере өсөн көрәшә. Республикала ярты йыл эсендә экстремаль түбән ауырлыҡта (бер килограмға тиклем) 72 сабый донъяға килде. Тағы 302 баланың ауырлығы ике килограмға ла етмәне. Уларҙың һәр береһенә юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелде”. Хәҙер малай өс килограмдан да ҙурыраҡ ауырлыҡта, ул үҫеүен дауам итә. Айрат Рәхмәтуллин фотоһы, телеграм.