Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ошо көндәрҙә никахлашырға тейеш булғандар...

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә август аҙағында ҡурҡыныс авария булғайны. 21 йәшлек Владислав исемле таксист егет үҙенең “ВАЗ-2112” автомобилендә китеп барғанда уға юл сатында ҙур тиҙлектә Range Rover машинаһы килеп бәрелә. Ул светофорҙың тыйылған сигналына килгән булған. Бәрелеш ныҡ көслө була – такси пассажиры урында һәләк була, ә Владиславты дауаханаға алып барып өлгөрәләр, ләкин ул аңына килмәй вафат була. Бөгөн “Честный репортаж” телеграм-каналы егеттең һөйгән ҡыҙы менән аралашҡан. Баҡһаң, Владислав менән Лилиана киләсәккә ҙур пландар төҙөгән. Ошо көндәрҙә улар никахлашырға тейеш булған. Саҡ ҡына һуңғараҡ туй үткәрергә һәм ипотекаға фатир алырға йөрөгәндәр. Тик бер мәлдә бар хыялдар селпәрәмә килгән... Әлеге ваҡытта был авария буйынса тикшереү бара. Владиславтың ата-әсәһе һәм һөйгәне ғәйепле водитель тейешле язаһын алһын тип теләй. Әйткәндәй, рулдә ҡатын-ҡыҙ булған. Ул ошоға тиклем бәйләнешкә сыҡмаған һәм ғәфү үтенмәгән. Ә инде компенсация тураһында һүҙ ҙә юҡ. Фото: Телеграм.