Өфө фән һәм технологиялар университетының «Формула студент» студенттар конструкторҙар бюроһының буласаҡ инженерҙары ярыш трассаһы буйлап үҙаллы хәрәкәт иткән идара итеү системаһы булған пилотһыҙ уҙыш болидын булдырыу өҫтөндә эшләй. Driverless-кар проекты өҫтөндә егеттәр бер нисә йыл шөғөлләнә һәм эште яйлап уны тормошҡа ашырыуға яҡынлаша. Бензин двигателле болид төҙөүҙе команда уңышлы башҡара, ике йыл рәттән Formula Student Russia ярыштарында Рәсәй ҡатнашыусылары араһында иң яҡшыһы булалар. Пилотһыҙ болидтың тәүге һынауҙары быйыл ноябргә планлаштырылған, ә тулы һынауҙар 2025 йылдың йәйендә «Formula Student» халыҡ-ара ярыштарында үтәсәк. Быйыл команда Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан, "Евразия" ғилми-белем биреү фондынан һәм Өфө фән һәм технологиялар университетынан дөйөм 2,5 миллион һумдан ашыу суммаға бер нисә грант отто, был артабанғы эшкә яҡшы этәргес бирәсәк. "Формула студент" командаһы етәксеһе Максим Рәжәпов һүҙҙәренсә, бөгөн пилотһыҙ аппаратты эшләүгә Бауман исемендәге Мәск