2019-2024 йылдарҙа Башҡортостандың мәктәп автопарктарын 700 автобус тулыландырҙы. Уларҙың 253-ө - төбәк бюджеты иҫәбенә, 447-һе федераль ярҙамға һатып алынған. Август кәңәшмәһе көнөндә тағы 17 автобус республиканың 15 муниципалитетына юлланды. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы һәм имен юлдар теләне. – 1 сентябрь алдынан беҙ мәктәп автобустарын тапшырыуыбыҙға шатбыҙ. 52 меңдән ашыу баланың уҡыу көнө мәктәп автобусынан башлана. Иң мөһиме, юлдарҙа хәүефһеҙлек булырға тейеш. Ә хәүефһеҙлек – яңы, яҡшы автобустар һәм профессиональ водителдәр, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларын 1523 автобус уҡыған урындарына алып бара. Улар 2638 тораҡ пункттан 52 206 баланы йөрөтә. Әбйәлил районында уҡыусыларҙы йөрөтөүҙә 37 автобус файҙаланыла. Автобустар ГОСТ-ҡа ярашлы йыһазландырылған. 65 тораҡ пункттан ике меңдән ашыу баланы йөрөтөү күҙәтелә. Быйыл Амангилде ауылы мәктәбе өсөн яңы автобус һатып алынған. Яңы автобуста күтәрелмәле (механик) баҫҡыс, ултырғыстарҙың һәр рәт