Дүртөйлө районында виртуаль концерт залы асылды. 2024 йылда Үҙәк район китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекты сиктәрендә Рәсәй ҡалаларында виртуаль концерт залдары булдырыуға федераль бюджеттан субсидия алыу өсөн Рәсәй Федерацияһы субъекттарын конкурс буйынса һайлап алыуҙа еңеүсе булды. Виртуаль концерт залы – ҙур проект. Онлайн-трансляциялар системаһы реаль ваҡыт режимында һәм яҙмала иң яҡшы концерттарҙы ҡарарға мөмкинлек бирә. Тамашасылар алдында булыу һөҙөмтәһен тыуҙырған махсус ҡорамалдар һатып алыуға 600 мең һумдан ашыу аҡса бүленде. “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында Дүртөйлө районында тағы ла бер мәҙәни киңлек барлыҡҡа килде. Виртуаль концерт залы китапхананың эшен байытып ҡына ҡалмай, ә уның абруйын күтәрә”, – тип билдәләне үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Елена Хәлиуллина. Сараны асыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижер Линар Дәүләтбаев етәкселегендә “Быуаттар төпкөлөнән - Урал легендалары” исемле концерты уҙҙы. Яңы виртуаль залға инеү Дүртөйлө ҡалаһы халҡы өсөн бушлай. Тимәк, һәр тыңлаусы илдең һәм донъяның музыкаль тормошондағы һәм мәҙәниәтендәге мөһим ваҡиғаларҙа ҡатнаша ала. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Мәҙәниәт министрлығы.