27 сентябргә тиклем “Иң яҡшы остазлыҡ тәжрибәләре“ конкурсының федераль этабына ғаризалар ҡабул ителә. Сара “Хеҙмәт етештереүсәнлеге“ милли проекты сиктәрендә уҙа, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, конкурста илдең 82 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан 130 еңеүсе ҡатнаша ала. “Быйыл конкурстың төбәк этаптарына 684 ғариза килгән, – тип хәбәр итә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов. – Сәнәғәт, турист, ауыл хужалығы, төҙөлөш предприятиелары, сауҙа һәм энергетика өлкәләрендәге компаниялар, белем биреү учреждениелары үҙ тәжрибәһен тәҡдим итте. Төбәк этаптарынан бөтәһе 130 финалист һайлап алынды: улар федераль конкурста ҡатнашыуға ғариза бирә ала. Конкурсҡа йомғаҡ ноябрь аҙағында яһаласаҡ“. Милли проектта ҡатнашыусылар араһынан еңеүселәр өс номинацияла билдәләнәсәк. “Конкурс мәғариф, социаль һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, производство кеүек төрлө йүнәлештәрҙә, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһендә иң яҡшы остаздарҙы асыҡларға мөмкинлек бирәсәк, – тине премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Был эш урындарында етештереү процестарын тағы ла яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк“. Билдәле булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (национальный проект “Производительность труда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: gtrk.tv