Найти тему
Башҡортостан гәзите

Медицина халыҡҡа яҡыная

Яңы Lada Granta автомобиле Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан үҙәк район дауаханаһына оҙатылды. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды, тип хәбәр итә Шишмә районы хакимиәте. Машина ауыл ерендә йәшәгән аҙ хәрәкәтләнгән пациенттарҙы поликлиникаларға һәм дауаханаларға ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Яңы автомобиль амбулатор-поликлиника хеҙмәтенә тапшырыласаҡ һәм табиптарға алыҫ ауылдарҙа йәшәгән пациенттарға оператив рәүештә барып етергә мөмкинлек бирәсәк. Һуңғы йылдарҙа Шишмә дауаханаһының автопаркы ярайһы уҡ яңыртылған. 2021 йылдың ғинуарында ике Lada Granta автомобиле, 2023 йылда күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ике LADA NIVA TRAVEL автомобиле тапшырылған. “Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” федераль проекты 2022 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Баймакский вестник.