Украинала барған махсус хәрби операцияла яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын һанап бөтөрөрлөк түгел. "Барыһы ла Еңеү өсөн!", "Бөтәһе лә яҡты киләсәгебеҙ өсөн!" тигән девиз менән алға барыуҙарын дауам итә батырҙар. Ейәнсура районында ла арыҫлан йөрәклеләр бихисап. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов күптән түгел "Бәйләнештә" социаль селтәрендә былай тип яҙҙы: – Бөгөн беҙгә иң ҡәҙерле ҡунаҡ инеп сыҡты. Эйе, беҙҙең һәр яугиребеҙ - ил һаҡсыһы ғына түгел, ә беҙҙең районыбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул - һәммәбеҙ өсөн дә иң хөрмәтле кеше, беҙҙең өсөн, бүтәндәр өсөн йәнен бирергә әҙер. Шуның өсөн дә беҙ һәр ваҡыт ундай батырҙар менән осрашабыҙ, әлбиттә, ярҙам да итәбеҙ. Дәмин Марат улы белдереүенсә, был юлы "Бабай" позывнойлы яугирҙең үтенесе буйынса бағыусылар һәм битараф булмаған граждандар ярҙамында БПЛА детекторын алғандар, ул инде дошмандың дрондарын тиҙ арала асыҡлаясаҡ. Ошо ҡорамалдың кемдәрҙеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡалауында тамсы ла шик юҡ. "Бабай"ға уңыштар һәм йәһәтерәк тыуған яҡтарын ҡайтыуын теләйбеҙ! Әйткәндәй, беҙгә билдәле булыуынса, "Бабай" махсус хәрби операцияла бик күп батырлыҡтар күрһәткән, уның күкрәген бихисап миҙал һәм ордендар биҙәй. Яҡташыбыҙҙың саялығы, ғәйрәтлеге, сослоғо арҡаһында бик күп һалдаттарҙың ғүмерҙәре ҡотҡарып алып ҡалынған. Афарин, "Бабай!" Һеҙ – бөтәбеҙҙең дә ғорурлыҡ! Фото: Дәмин Юланов.