Сүкелгән металл әйберҙәр етештереү менән шөғөлләнгән Белорет районы эшҡыуары “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡандан һуң муниципалитеттан производствоны киңәйтеүгә 300 мең һумдан ашыу аҡса алды. 2023 йылдың декабрендә Тимофей Степанов “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Белорет районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә металл әйберҙәр етештереүҙе киңәйтеү буйынса үҙ проекты менән таныштырған. Ул яңы технологияны – ассортиментты яңыртыу, тимерлек һәм иретеп йәбештереү хеҙмәттәре спектрын киңәйтеү өсөн металды плазмалы ҡырҡыу технологияһын индерергә ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуар ЧПУ Мастер 3000М плазма станогын лизингҡа алған. Белорет районы хакимиәте “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү” муниципаль программаһы сиктәрендә Тимофей Степановҡа финанс ярҙамы күрһәтте, уға лизинг килешеүе буйынса 300 мең һумдан ашыу аҡсаһын ҡайтарҙы. Был дәүләт ярҙамы уға етештереү ҡеүәтен