Һәр ауыл үҙенең уңған, тырыш, матур донъя көткән ғаиләләре менән дан тота. Ҡырмыҫҡалы районының Мырҙа ауылында ла шундай ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе - Арыҫлановтар ғаиләһе. - Бөрйән районының йәмле Ҡыпсаҡ ауылында тыуып үҫтем. 1985 йылда Мырҙа ауылына килен булып килдем. Иптәшемдең яҡындары, ауыл халҡы бик йылы ҡаршы алды. Хаҡлы ялға сыҡҡансы 1987 йылдан бирле урындағы китапханала эшләнем. Бөгөнгө көндә йорт-ҡура, баҡса менән булышам, - ти Рәзифә Арыҫланова.Арыҫлановтар күпләп йылҡы, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрай. Уңғандар баҡса тултырып еләк-емеш тә үҫтерә. Рәзифә Зөбәйер ҡыҙы йорт тирәһендәге бөтә эште лә тормош иптәше Илшат Нурғәли улы менән башҡара. Йәйен бесән сабырға, утын алып ҡайтырға ла бергә йөрөйҙәр. - Йыл һайын күмәртәләп ҡаҙ, өйрәктәр алабыҙ. Баҡса тултырып кишерен, сөгөлдөрөн, кәбеҫтәһен, ҡыярын, помидорын һәм башҡа төрлө йәшелсә, еләк-емеш, ҡыуаҡлыҡтар, емеш ағастары үҫтерәбеҙ. Баҡсала йәшелсә-емеш өлгөрөп етһә, ҡышҡылыҡҡа салаттар, һуттар, ҡайнатмалар әҙерләйбеҙ. Бәрәңген