Беҙҙең урамдағы кеүек әбей бер ҡайҙа ла булмағандыр. Ул үтеп барһа, йәшенәбеҙ ҙә, артынан таш ташлай торғайныҡ. Һәр саҡ ниндәйҙер төйөнсөгөн аҫып йөрөй ине. Бәләкәс кенә өйҙә йәшәне. Ҡапҡаһы янына барырға ла ҡурҡтыҡ. Барыһы ла уны мәскәй әбей тип йөрөттө. Таң менән урман яғына сығып китә лә, кискә ҡарай күренә торғайны. Кеше менән һөйләшмәне лә, аралашманы ла. Беҙҙең күрше апайҙың ире икенсе ҡатынға әүрәп, биш балаһын ташлап, сығып киткәс, шул инәйгә мөрәжәғәт итте. Тәүҙә әсәйгә инеп кәңәшләште. “Ҡурҡам бит әле”,-тип ултырыуын хәтерләйем. Беҙ уйнап йөрөгән булып, һүҙ тыңлайбыҙ. Күршебеҙ барып килгәс, тағы әсәйгә йүгереп инде. “Әбей мине күреү менән: “Иреңде сихырлап ҡаратып алған. Шуға күрә генә ярҙам итәсәкмен. Ә былай кешеләрҙе күргем дә, улар менән һөйләшкем дә килмәй. Аллағыҙ юҡ һеҙҙең, муллағыҙ ҙа. Бар бәләгеҙ шунан”,-тине. Миңә доғалар яҙҙы ла, шуларҙы ғүмерлеккә ятлап алырға ҡушты. Үләндәр бирҙе, сәйгә ҡушып иремә эсерергә ҡушты. “Нисек эсерәйем, ул бит беҙгә килмәй!”-тигәйнем,