Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ял итергә «Фазенда»ға кил!

Һуңғы йылдарҙа республикала туристик инфраструктура киң үҫеш ала бара. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды, административ кәртәләр ҙә йомшартылды. Башҡортостанда "Башҡортостанда оҙон ғүмер", “Мәктәп туризмы” һәм “Сәнәғәт туризмы” туризмы программалары эшләй башланы. Шулай уҡ “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә лә туристарҙы йәлеп итеү буйынса байтаҡ эш башҡарыла. Башҡортостан туристар ағымы артыуы күҙәтелә торған төбәктәр һанына инде. Росстат мәғлүмәттәренән күренеүенсә, үткән йылдың 11 айында ғына республикаға ике миллиондан ашыу кеше килгән, һәм был һан миҙгелдән миҙгелгә табан арта ғына бара. "2023-2024 йылдарҙа Башҡортостанда туризмға дәүләт ярҙамы күләме 1,4 миллиард һум тәшкил итәсәк, төп өлөшө федераль ҡаҙнанан киләсәк. Бынан тыш, инвесторҙар өлкә үҫешенә 2,1 миллиард һум үҙ аҡсаларын индерҙе. Республикала туристар кемпингтарында, глэмпингта

Һуңғы йылдарҙа республикала туристик инфраструктура киң үҫеш ала бара. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды, административ кәртәләр ҙә йомшартылды. Башҡортостанда "Башҡортостанда оҙон ғүмер", “Мәктәп туризмы” һәм “Сәнәғәт туризмы” туризмы программалары эшләй башланы. Шулай уҡ “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә лә туристарҙы йәлеп итеү буйынса байтаҡ эш башҡарыла. Башҡортостан туристар ағымы артыуы күҙәтелә торған төбәктәр һанына инде. Росстат мәғлүмәттәренән күренеүенсә, үткән йылдың 11 айында ғына республикаға ике миллиондан ашыу кеше килгән, һәм был һан миҙгелдән миҙгелгә табан арта ғына бара. "2023-2024 йылдарҙа Башҡортостанда туризмға дәүләт ярҙамы күләме 1,4 миллиард һум тәшкил итәсәк, төп өлөшө федераль ҡаҙнанан киләсәк. Бынан тыш, инвесторҙар өлкә үҫешенә 2,1 миллиард һум үҙ аҡсаларын индерҙе. Республикала туристар кемпингтарында, глэмпингтарҙа, ял базаларында урынлашыу өсөн 600-гә яҡын өҫтәмә урын ҡабул итергә әҙер. Яңы туристик маршруттарҙы Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Ишембай һәм Учалы райондары тәҡдим итә. Төбәктең матурлығы менән танышырға теләгән ҡунаҡтар өсөн электрон юл йөрөтөүселәр бар. Шулай уҡ турист мөхите һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә мөһим. Башҡортостандың ғәжәйеп матурлығын мөмкин тиклем күберәк кеше күрергә тейеш. Шуға күрә эске туризмды үҫтереү - беҙҙең өсөн иң төп мәсьәләләрҙең береһе. Киләсәктә лә республика халҡы һәм ҡунаҡтары үҙебеҙҙә, Башҡортостанда ял итһен өсөн тырышасаҡбыҙ”, - тине үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Республикабыҙҙа туризм йүнәлешендә инвестиция инициативаларын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы алымдар ҡулланыла. Башҡортостан Башлығы "Инвестиция сәғәте"ндә шәхсән үҙе проекттарҙы ҡарай һәм халыҡ мәнфәғәтен яҡлаһа һәм республикабыҙ үҫешенә өлөш индерһә, уларҙы мотлаҡ хуплай. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ваҡытта Урал аръяғы райондарында ла эске туризмды үҫтереү буйынса үҙ эшен асҡан йүнселдәр күбәйә. Уларҙың кемеһелер агротуризмды үҙ итә, икенселәр йәмле тәбиғәт ҡосағында этноихата, этноауыл төҙөй, бәғзеләре йәмле тәбиғәт буйлап йылғаларҙа һалдарҙа ағыуҙы ойоштора. Республика халҡы сит илдәргә түгел, ә үҙебеҙҙә ял итеүҙе хуп күрә башланы. Ни тиһәң дә, беҙҙә лә заманса шарттарҙа, арзан хаҡҡа рәхәтләнеп ял итеү урындары бар. Һәр райондың йөҙөк ҡашы булырҙай матур ауылы була. Хәйбулла районында бындай ауылдарҙың береһе – Йәнтеш, тиһәк, моғайын, күптәр ризалашыр. Ундағы тәбиғәт кенә үҙе ни тора бит! Йәй етһә, бар халыҡ Һаҡмар буйына ағыла. Ял итәләр, һыу төшәләр. “Фазенда" турбазаһында быйыл ял итергә теләүселәр күп булды, сөнки күптәрҙең йәйҙең матур көнөн йорт-фатирҙарҙың тынсыу бүлмәһендә, бөтмәҫ ығы-зығыла үткәргеһе килмәне. Ял итеү урыны йәмле Һаҡмар йылғаһына һыйынып ҡына урынлашҡан. Бында машина менән дә килергә мөмкин, йылға аша ла иркен сығырға була. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Фазенда”ла ҡоштар һайрай, бер себен-серәкәй юҡ, хатта тәлмәрйен тауыштары ла ишетелмәй, сөнки был территория махсус эшкәртелә. Был турбазаның хужаһы - Рәсих Әхмәтов. Турбазала өҫтәл һәм эскәмйәләр менән ҡыйыҡ аҫтында бер нисә беседка, эргәлә мангалдар ҡуйылған. Беседкалар эргәһендә ҙур ғына буш урындар бар, кәрәк булғанда унда уйындар үткәрергә, машиналар ҡуйырға була. Бөтә ерҙә лә сүп-сар өсөн һауыттар ҡуйылған. – Атайым мәрхүм ошо ерҙәрҙә мал көткән, йәғни йәйләү һымағыраҡ ер булды. Ошонда килеп, ғаиләбеҙ менән ял итеп, еләк, ҡыр сейәһе йыя инек. Аҙағыраҡ өҫтәл-ширлектәр ҡуйҙыҡ, уның өҫтөнә япма ла эшләп ҡуйҙыҡ. Яйлап төҙөкләндереү эшенә тотондом. Кәртәләнгән ерҙе рәсмиләштерҙем. Артабан ял зонаһына халыҡ килә башланы, тәбиғәт ҡосағында, хозурлыҡта тыуған көн-юбилейҙарын билдәләйҙәр, ял көндәре йә эштән һуң ғаилә менән ял итәләр. Улым пилорам алып бирҙе. Таҡталар үткәреп, ҡулымдан килгәнсә ял итеү урынында уңайлыҡтар булдырҙым. Ике мунса, бер нисә бәҙрәф бар. Ял итергә килеүселәргә ҡаҙан, самауыр, сәйнүктәр бушлай бирелә. Беҙҙең райондан ғына түгел, башҡа өлкәнән дә килеүселәр бихисап. Үҙем дә даими бында булырға тырышам. Ғөмүмән, эшләһәң, эш бара. Бөгөнгә 10 япма ҡуйылған, сығыш яһау өсөн сәхнә эшләнгән. Урындағы ер-һыу атамаларын, тарихи урындарҙы күрһәтеү маҡсатында йәйәүле, велосипед һәм квадроцикл менән йөрөү өсөн туристик маршрут төҙөнөм, үҙем гид булып ял итергә килеүселәрҙе ошо маршрут буйынса алып йөрөйөм, тарихҡа байҡау яһайым. Ҡатыным Алһыу Искәндәр ҡыҙы ла, балалар ҙа һәр яҡлап ярҙам итәләр, –ти Рәсих Әхмәтов. Балалар менән килеп ял итеүселәр өсөн дә бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Бәләкәстәр өсөн беседка, уйын зонаһы, уйынсыҡтар, әүһәләй бар. Эйе, ысынлап та, бында ял итергә уңайлы шарттар бар. Инеү хаҡы ла ҡыйбат түгел - 250 һум. Беседкалар зонаһынан үтеп, йылға буйына ағас баҫҡыс алып төшә. Ерек, ҡайын ағастары, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Түбән төшкәс, Һаҡмар буйында мунсалар теҙелгән. Мунса бик ыҡсым һәм уңайлы, кәм тигәндә дүрт кеше һыя. Эсе таҙа, яңы. Ял итеүселәргә бушлай миндек, утын бирелә. Рәхәтләнеп сабын ғына! Ә мунсаның хаҡы –1000 һум. Мунсанан сыҡтың икән, шунда уҡ Һаҡмар йылғаһына һикерәһең. Ике мунсанан да йылғаға төшөү өсөн баҫма булдырылған. Ситтәрәк, һайыраҡ яҡта, балалар өсөн махсус һыу төшөү урыны бар. Әйткәндәй, балалар өсөн хаҡ алынмай. ФЕКЕР: Рөстәм Шәрипов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы: - Беҙҙең район эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү өсөн уңайлы тәбиғәт-климат шарттарында урынлашҡан, һәм районда был өлкәне үҙләштерергә теләүселәрҙең күбәйеүе ҡыуаныслы. Бының өсөн кәрәкле тәбиғи, мәҙәни һәм кеше ресурстары бар, эшҡыуарҙарға ярҙамға төрлө дәүләт ярҙамы программалары ла килә. Алдағы йылдарҙа берлектәге тырышлыҡ менән районыбыҙ туризм йәһәтенән тағы ла мауыҡтырғыс булһын өсөн күберәк шарттар булдырырбыҙ тип ышанам. Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре".