Башҡортостан Рәсәйҙең бүтән субъекттарына һәр йәһәттән дә өлгө һанала. Төҙөлөш тармағы тиһеңме, агросәнәғәт комплексы булһынмы, һаулыҡ һаҡлау йүнәлешеме - республикабыҙҙа бөтә яҡлап та алға китеш күҙәтелә. Мәҫәлән, республикабыҙҙағы һыуһаҡлағыстар бөгөн үҙ эшен теүәл башҡара, сөнки Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләгә һәр саҡ етди иғтибар бүлде. Әйткәндәй, республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров халыҡтың йәшәйешенә уңайлыҡтар тыуҙырыуға һәр ваҡыт етди ҡараны, әле лә ошо йүнәлештә уй-маҡсаттарҙы бойомға ашыра. Ысынлап та, Башҡортостанда төрлө йүнәлештә уй-маҡсаттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Планлы эштәрҙең барыһы ла кешеләргә йәшәйештә еңеллек тыуҙырыуға туранан-тура бәйле. Элек, дөрөҫөрәге, 2018 йылға ҡәҙәр һыуһаҡлағыстар ҡыйралыу сигендә ине, емерелеү хәленә еткерелгәйне. Ә инде Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһында эшләй башлағас та был юҫыҡта ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелде, республика етәкселеге уларҙы тулыһынса тәртипкә килтереүгә тотондо. – Халыҡ мәнфәғәтен хәстә