Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мутлашыусылар яңы схема уйлап тапҡан

Хәҙер мутлашыусылар үҙҙәрен торлаҡ-коммуналь өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр тип таныштыра башлаған. Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегенә 75 йәшлек пенсионер мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсе мессенджерҙарҙың береһендә билдәһеҙ номер шылтыратып, үҙен торлаҡ-коммуналь өлкәләге компанияның хеҙмәткәре тип таныштырыуы хаҡында һөйләгән. Шылтыратыусы йәнәһе лә яңылыҡ тураһында хәбәр иткән. Уның һүҙҙәренсә, республикалағы барлыҡ оло йәштәгеләр өсөн иҫәпләү приборҙары күрһәткестәрен тапшырыу уңайлылығы өсөн ҡушымта әҙерләнгән. “Хәҙер ойошмаға шәхсән мөрәжәғәт итеү талап ителмәй, ә программаға мәғлүмәт индереү генә етә”, – тип ышандырған ул. Ҡушымтаны телефонға күсереү өсөн енәйәтсе үҙенең ярҙамын тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә мутлашыусы пенсионерҙы телефонда экранды күрһәтеү функцияһын тоташтырырға күндерә. Телефон менән ситтән тороп “идара иткәс”, белгес пенсионерҙың мобиль банкыһының ҡушымтаһына инә. Быны ул смс-кодтар ярҙамында башҡарған. Иҫәптә ҙур сумма күргәс, аферист 500 мең һумды үҙенә күсергән. Ар

Хәҙер мутлашыусылар үҙҙәрен торлаҡ-коммуналь өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр тип таныштыра башлаған. Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегенә 75 йәшлек пенсионер мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсе мессенджерҙарҙың береһендә билдәһеҙ номер шылтыратып, үҙен торлаҡ-коммуналь өлкәләге компанияның хеҙмәткәре тип таныштырыуы хаҡында һөйләгән. Шылтыратыусы йәнәһе лә яңылыҡ тураһында хәбәр иткән. Уның һүҙҙәренсә, республикалағы барлыҡ оло йәштәгеләр өсөн иҫәпләү приборҙары күрһәткестәрен тапшырыу уңайлылығы өсөн ҡушымта әҙерләнгән. “Хәҙер ойошмаға шәхсән мөрәжәғәт итеү талап ителмәй, ә программаға мәғлүмәт индереү генә етә”, – тип ышандырған ул. Ҡушымтаны телефонға күсереү өсөн енәйәтсе үҙенең ярҙамын тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә мутлашыусы пенсионерҙы телефонда экранды күрһәтеү функцияһын тоташтырырға күндерә. Телефон менән ситтән тороп “идара иткәс”, белгес пенсионерҙың мобиль банкыһының ҡушымтаһына инә. Быны ул смс-кодтар ярҙамында башҡарған. Иҫәптә ҙур сумма күргәс, аферист 500 мең һумды үҙенә күсергән. Артабан иһә енәйәтсе бәйләнеште өҙгән. Һөҙөмтәлә пенсионер аҡсаһын юғалтҡанын аңлағас, полицияға мөрәжәғәт иткән. Ошондай уҡ ғариза менән Өфөнән 72 йәшлек пенсионер полицияға барған. Уға иһә иҫәп приборҙарын алмаштырыу һәм телефонға ҡушымтаны күсереү тәҡдиме менән ялған хеҙмәткәрҙәр шылтыратҡан. Беренсе осраҡтағы юл менән енәйәтселәр үҙ иҫәбенә 900 мең һум күсергән. Әлегә ике осраҡ буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған. БР буйынса эске эштәр министрлығы иҫкәртә: һеҙгә шылтыратҡан “белгестәргә” ышанмағыҙ. Ойошма хеҙмәткәрҙәре мессенджерҙар ярҙамында клиенттары менән бәйләнешкә инмәй. Һаҡ булығыҙ! Оло йәштәге туғандарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы ошо мутлыҡ схемаһы тураһында иҫкәртегеҙ! Фото: МВД-ның матбуғат хеҙмәте.