Сараның программаһына ярашлы, Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән геологик профилдәге урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары геологик ярыштарҙа, мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнашты, шулай уҡ экскурсияларға, семинарҙарға һәм оҫталыҡ дәрестәренә йөрөнө. Чемпионаттың дүртенсе көнө Ғафури районында уҙҙы һәм ярыштарҙың 11 этабын үҙ эсенә алды, улар араһында – “Геологик маршрут”, “Шлих һынауы”, “Геологик киҫелеш”, “Минералогия һәм петрография”, “Палеонтология”, “Радиометрия”, “Геохимия”, “Гидрогеология”, “Нефть һәм газ”, “Геология нигеҙҙәре буйынса тест һынауы”, “Тәбиғәт шарттарында туҡталыу урынын ойоштороу”. – Бындай һынауҙар етди белем һәм профессиональ тәжрибә талап итә, – тине Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һәм ярыштарҙа команда менән эшләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Чемпионатта ҡатнашыусылар Ташлы ауылында ла булды, унда уларҙы Башҡортостан халҡына хас ихласлыҡ менән ҡаршы алдылар. Милли кейемдәге артистар ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ
“ГеоСаҡырыу”ҙа ҡатнашыусыларға башҡорт ҡунаҡсыллығын күрһәттеләр
10 сентября 202410 сен 2024
1 мин