Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Белорет ҡалаһында эшҡыуар Данис Йыһаншин махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн пилотһыҙ осоу аппараты (БПЛА) етештереү өсөн аҡса йыйыуҙы иғлан итте. Белорет районы һәм ҡалаһы халҡы был тәҡдимде хуплап, шунда уҡ ярҙам итергә тотондо – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер миллион һум йыйҙылар. Был аҡсаға бөтәһе 34 “ҡош” етештерергә мөмкин. Аҡса йыйылғандан һуң эшҡыуар етештереүҙе ойоштороу, кәрәкле деталдәр һатып алыу буйынса эш башланы, ә инде сентябрҙә “ҡош”то йыя башланылар. Бер нисә көн эсендә беренсе БПЛА әҙер ине. Белореттар уға “Бөркөт” тигән исем ҡушты. Кисә, 9 сентябрҙә, тәүге “Бөркөт”тө осороп ҡаранылар. Һынау уңышлы үткән, хәҙер инде ошо юл менән башҡа “ҡош”тарҙы ла етештерә башлаясаҡтар. – Бөгөн беҙ аҡса йыйыуҙа, кәңәштәре менән ярҙам иткән Белорет районы һәм ҡалаһы халҡы, белемдәре, ҡулдары менән ярҙам иткән егеттәр менән бергә эшләгән проектты – ҡошсоғобоҙ “Бөркөт”тө һауаға осорабыҙ. Бөркөт – беҙҙең Белорет районы гербында. Был БПЛА алғы һыҙыҡта булған егеттәреб
Махсус хәрби операция өсөн етештерелгән тәүге “Бөркөт”тө һынап ҡаранылар
10 сентября 202410 сен 2024
1 мин