Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Белоретта “Зәңгәр ҡош” балалар уҡыу үҙәге барлыҡҡа килде

Белоретта яңыртылғандан һуң Белорет районының “Зәңгәр ҡош” балалар уҡыу үҙәге асылды. Балалар китапханаһы нигеҙендә яңы быуын китапханаһы, виртуаль концерт залы, мәҙәниәт ирекмәндәре үҙәге булдырылды. Яңыртыу эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) буйынса уҙҙы. Был проектҡа федераль бюджеттан 8 миллион 440 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уҡыусы балаларға заманса майҙансыҡтар булдырылған: арт-холл, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уҡыу залдары һәм ял урындары, конференция залы, “АниМагия” йәнһүрәт студияһы, тыуған яҡты өйрәнеү лабораторияһы, оҫталыҡ дәрестәре залы, библиокафе. 2018 йылдан китапхана рәсми рәүештә мәҙәни ирекмәнлек ҡиммәттәрен үҫтерә. Виртуаль концерт залының ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн интеллектуаль мәҙәни ялдың яңы формаһы буласаҡ. Ай һайын тамашасыларҙы донъя кимәлендәге билдәле сәхнә әҫәрҙәре менән таныштырыу маҡсатында трансляцияларҙың төрлө репертуары тәҡдим ителәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу барышында “Урындағы даһи” лабораторияһында уңайлы беле

Белоретта яңыртылғандан һуң Белорет районының “Зәңгәр ҡош” балалар уҡыу үҙәге асылды. Балалар китапханаһы нигеҙендә яңы быуын китапханаһы, виртуаль концерт залы, мәҙәниәт ирекмәндәре үҙәге булдырылды. Яңыртыу эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) буйынса уҙҙы. Был проектҡа федераль бюджеттан 8 миллион 440 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уҡыусы балаларға заманса майҙансыҡтар булдырылған: арт-холл, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уҡыу залдары һәм ял урындары, конференция залы, “АниМагия” йәнһүрәт студияһы, тыуған яҡты өйрәнеү лабораторияһы, оҫталыҡ дәрестәре залы, библиокафе. 2018 йылдан китапхана рәсми рәүештә мәҙәни ирекмәнлек ҡиммәттәрен үҫтерә. Виртуаль концерт залының ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн интеллектуаль мәҙәни ялдың яңы формаһы буласаҡ. Ай һайын тамашасыларҙы донъя кимәлендәге билдәле сәхнә әҫәрҙәре менән таныштырыу маҡсатында трансляцияларҙың төрлө репертуары тәҡдим ителәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу барышында “Урындағы даһи” лабораторияһында уңайлы белем алыу өсөн айырым киңлектәр барлыҡҡа килде. 2023 йылдан “Зәңгәр ҡош” балалар уҡыу үҙәге йәш журналистар һәм мультипликаторҙар өсөн берләшеү урыны булып тора. Журналистика буйынса дәрестәр ҡаланың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән берлектә үткәреләсәк. – Китапхананың 7 меңдән ашыу йәш ҡулланыусыһы бар, күптәре бында көн һайын тиерлек килә. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китапхана фонды 4232 данаға тулыланды. Китап баҫмаларынан тыш, электрон һәм еҫле китаптар, 3D и 4D ысынбарлыҡ менән тулыландырылған фәнни-популяр энциклопедиялар һәм Брайль шрифты менән документтар килде, – тине Белорет районының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Любовь Кузьмина. Белешмә өсөн: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ярҙамында 2019 йылдан алып Туймазы, Благовар, Илеш, Дүртөйлө, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Дыуан, Иглин, Ҡыйғы, Салауат, Учалы, Ишембай, Балаҡатай райондарында 16 яңы быуын китапханаһы булдырылған һәм әүҙем эшләй. Башҡортостанда 2024 йыл йомғаҡтары буйынса яңы быуын моделле 20 китапхана булдырыласаҡ. 27 сентябрҙә – Салауат ҡалаһының Үҙәк китапханаһы, 17 октябрҙә Шишмә районының Келәш ауылы моделле китапханаһы асыласаҡ. Фото: Наил ШАКИРОВ.