Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ауыл фельдшерының абруйы ҙур

Венера Ҡорманова Тамъян фельдшер-акушерлыҡ пунктында “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 2018 йылда эш башлағайны. Шунан алып ул ике ауыл халҡының сәләмәтлеген күҙәтә, 1300-ҙән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Ауылда яңы ФАП күптән түгел генә файҙаланыуға тапшырылды – 2024 йылдың йәмле май айында. Уға тиклем Венера Фәтих ҡыҙы пациенттарҙы 1970 йылда төҙөлгән, заманса стандарттарға тап килеп бөтмәгән бинала ҡабул итте. Хәҙер медицина пункты бөтә коммуникациялары, ҡорамалдары һәм интернеты булған иркен бинала урынлашҡан. –Башҡортостандың һәр кешеһе лайыҡлы шарттарҙа белгестәрҙең квалификациялы ярҙамына, теүәл һәм тиҙ диагностикаға иҫәп тота ала. Халыҡ сәләмәтлеге өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала. Һәр саҡ шулай буласаҡ. Республика ике меңдән ашыу фельдшер-акушерыҡ пунктын һаҡлап ҡала алды, һуңғы йылдарҙа уларҙы аҡрынлап алмаштырыу, ремонтлау һәм яңыларын төҙөү дауам итә, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыштарының береһендә. Венера Фәтих ҡыҙы һанлаштырылған медицин

Венера Ҡорманова Тамъян фельдшер-акушерлыҡ пунктында “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 2018 йылда эш башлағайны. Шунан алып ул ике ауыл халҡының сәләмәтлеген күҙәтә, 1300-ҙән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Ауылда яңы ФАП күптән түгел генә файҙаланыуға тапшырылды – 2024 йылдың йәмле май айында. Уға тиклем Венера Фәтих ҡыҙы пациенттарҙы 1970 йылда төҙөлгән, заманса стандарттарға тап килеп бөтмәгән бинала ҡабул итте. Хәҙер медицина пункты бөтә коммуникациялары, ҡорамалдары һәм интернеты булған иркен бинала урынлашҡан. –Башҡортостандың һәр кешеһе лайыҡлы шарттарҙа белгестәрҙең квалификациялы ярҙамына, теүәл һәм тиҙ диагностикаға иҫәп тота ала. Халыҡ сәләмәтлеге өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала. Һәр саҡ шулай буласаҡ. Республика ике меңдән ашыу фельдшер-акушерыҡ пунктын һаҡлап ҡала алды, һуңғы йылдарҙа уларҙы аҡрынлап алмаштырыу, ремонтлау һәм яңыларын төҙөү дауам итә, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыштарының береһендә. Венера Фәтих ҡыҙы һанлаштырылған медицина пунктында эшләй, тимәк, бында диспансерлаштырыу үтергә, бик тиҙ ЭКГ яһарға, телемедицина консультацияһын үткәреүҙе ойошторорға, “больничный” асырға мөмкин. –Һанлы технологиялар ярҙамында Мәләүез үҙәк район дауаханаһы һәм республика медицина учреждениелары белгестәре менән берлектә 15 телемедицина консультацияһы үткәрҙек. Ҡатмарлы сир осраҡтары менән килгән пациенттарҙы диагностикалау, дауалау еңелләште, – ти фельдшер. 2019 йылдан алып республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 433 модулле конструкция урынлаштырылды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.