Рәсәйҙә Ғаилә йылы уңайынан гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләп һаҡлаған һәм арттырған Мәсетле районы халҡы менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Улар хатта иң ауыр тормош шарттарында ла тәрән мөхәббәт, тоғролоҡ, бер-береһенә хөрмәт һәм ярҙам өлгөһө күрһәтә.
Әләгәҙ ауылында йәшәүсе Фиреда һәм Фуат Солтановтар – районыбыҙҙың күп балалы ғаиләләренең береһе. Улар дүрт бала тәрбиәләй. 11 йәшлек Айгөл әсәһенең төп ярҙамсыһы булып тора. Өлкән улдары Айнур икенсе класты тамамлаған, атаһы эштә саҡта өйҙә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Тағы ике улдары Айбулат менән Салауат – әсәй тәрбиәһендә.
Фиреда Сергеевна Урта Аҡа ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң Дыуан колледжында ветеринария фельдшеры һөнәренә эйә була. 2019 йылда Әләгәҙ ауыл советында ер мәсьәләләре буйынса белгес булып эшләй башлай. Әле бала ҡарау буйынса декрет ялында.
– Беҙ ирем менән һәр саҡ ғаиләбеҙҙең ҙур булыуын теләнек һәм бына дүрт балаға ғүмер бүләк иттек. Ата-әсә булараҡ, беҙ уларҙың намыҫлы булып үҫеүҙәр