Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Пассажирын да һәләк итә, балалар ҙа зыян күрә

Кисә көндөҙ Краснокама районында, Дүртөйлө-Нефтекама юлының 69-сы километрында үлемесле авария теркәлде. 65 йәшлек Нефтекама кешеһе “ВАЗ-2115” автомобиленә идара итеп, һулға боролғанда ҡаршыһына килгән Renault Sandero автомобиленә юл бирмәй, һәм улар бәрелешә. Аварияның һөҙөмтәләре аяныслы: ватан автомобиленең 64 йәшлек пассажиры табиптар килеп еткәнсе һәләк була. Водителде төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Renault Sandero машинаһында ултырғандар ҙа йәрәхәттәр ала. Унда балалар менән ғаилә китеп барған. 36 йәшлек водитель һәм уның 35 йәшлек ҡатыны йәрәхәттәр алған, шулай уҡ ете йәшлек ҡыҙҙары һәм бер йәшлек улдары ла дауаханала. Шуныһы, ҙур ҡыҙыҡай махсус креслола ултырған һәм уның йәрәхәттәре ауыр түгел. Ә бына бәләкәй малай авария ваҡытында әсәһенең ҡулында булған һәм уның баш мейеһе һелкенгән. Иҫкәртәбеҙ: бәләкәй балалар мотлаҡ махсус креслола йөрөргә тейеш. Хатта илаған осраҡта ла, уларҙы ҡулға алмағыҙ, бик тынысландырып булмаһа, автомобилде туҡтатып тороу хәйерле. Фото: ГАИ.