Ошо күнегеүҙәрҙе йыш-йыш ҡабатлап тороу, белгестәр кәңәше буйынса, һаулыҡты нығыта, ғүмерҙе оҙайта, тирене яҡшырта. Һәр кем булдыра алырлыҡ эш. 1.Сәсегеҙҙе йыш-йыш тарап алығыҙ. Бының өсөн бармаҡтарығыҙҙы файҙаланығыҙ. Сәсте маңлайҙан артҡа ҡарай яй һәм йомшаҡ хәрәкәттәр менән тарарға кәрәк. Түҙемлегегеҙ етһә, 100 тапҡыр ҡабатлағыҙ. Былай эшләү баштың энергетик нөктәләрен ҡуҙғытып ебәрә, баш ауыртыуын баҫа, күреү һәләтен яҡшырта, ҡан баҫымын түбәнәйтә. Күнегеүҙе иртән эшләү һөҙөмтәлерәк. 2.Битегеҙҙе һыйпағыҙ. Усты ышҡып йылытып, биткә яҡын килтерегеҙ, урта бармаҡтар танау ҡырына тейеп торһон. Йомшаҡ һәм талғын хәрәкәттәр менән өҫкә маңлай яғына, артабан сикәгә табан һыпырығыҙ. Был күнегеүҙе иртән 30 тапҡыр эшләргә – баш асылып китә, ҡан баҫымы төшә, һырҙар яҙыла. 3.Күҙҙәргә күнекмә. Башты бормай ғына күҙҙәрҙе 14-әр тапҡыр тәүгә уң яҡҡа, шунан һул яҡҡа йөрөтөгөҙ. Бер нисәне ныҡ итеп йомоп ҡапыл асығыҙ. 4.Ҡолаҡтарға һуғып алыу. Ҡолаҡты ҡаплап 12 тапҡыр урта бармаҡ менән соңҡаға һуғығыҙ.