“Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында Бөрйән районының Аҫҡар төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Дилә Ғиззәтуллина ҡатнаша. Дилә Рәис ҡыҙы был ауылға 1998 йылда Нәбиҙән килен булып төшә.Тәүҙә күрше Исламбай ауылында башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә, аҙаҡ инде Аҫҡар мәктәбенә күсә. Башланғыс класс уҡытыусыһының эш һөҙөмтәһе күренеп тә бөтмәй. Иң беренсе нәҡ ул баланы етәкләп белем донъяһына алып инә. Уның маҡсаты хәреф танырға-яҙырға-уҡырға өйрәтеү генә түгел – тиҫтерҙәре менән аралашырға, йәмғиәттә үҙен тоторға, донъяны танып-белергә, маҡсат ҡуйырға өйрәтеү, рухи яҡтан үҫтереү, ҡул эштәренә һөйөү тәрбиәләү. Ғөмүмән, кескәй баланы оло донъяға әҙерләүсе ул башланғыс кластар уҡытыусыһы. Был йәһәттән Дилә Рәис ҡыҙының уҡыусылары ныҡ уңа, сөнки уҡытыусы үҙе бар яҡлап та талантлы, бай күңелле шәхес – матур йырлай, бейей, һүрәт төшөрә, бөтә ҡул эшенә маһир, тәмле итеп бешеренә – ошо сифаттарҙы ул уҡыусыларына ла һеңдерергә тырыша, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур көс һала.