Башҡортостандың мәғариф тармағында фәнни-технологик үҫеш программаһы тормошҡа ашырыла. Ул илдең пилот төбәктәрендә иң яҡшылар иҫәбендә. Ошо йәһәттән урта һөнәри белем биреү учреждениеларына айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, улар менән предприятиелар араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыуҙың төрлө алымдары тормошҡа ашырыла. Был ысулдар араһында кластерҙар төҙөүҙең әһәмиәте айырыуса ҙур, ти мәғариф һәм сәнәғәт тармаҡтары белгестәре. Хәҙер республикала бындай үҙәктәр 14-кә етте. “Кластерҙарҙа ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары менән берлектә төрлө өлкәләр буйынса белгестәр әҙерләйбеҙ, барыһын алдан хәстәрләйбеҙ. Урта һөнәри белемле, юғары квалификациялы, ысын ҡорамалдарҙа эшләү тәжрибәһе булған йәштәр иҡтисадыбыҙға ныҡ кәрәк. Ошондай студенттарҙы әҙерләү – беҙҙең өсөн иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Республикала яңы уҡыу йылынан йәнә алты белем биреү-етештереү кластеры эшләй башланы. Улар Салауат индустриаль колледжында (химия тармағы), Өфө фән һәм технологиялар университетының Урта һөнәри белем биреү институтында (машиналар эшләү), Мәләүез күп профилле һөнәри колледжында (ауыл хужалығы), Өфө тармаҡ технологиялары колледжында (туризм һәм хеҙмәттәр өлкәһе), Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында, шулай уҡ Өфө художество-сәнәғәт колледжында (сәнғәт һәм креатив индустриялар) урынлашҡан. Барыһы ла “Профессионалитет” федераль проекты ярҙамында булдырылған. Бындай кластерҙар уҡыу йорттары менән предприятиеларҙы берләштерә, дөйөм бурыс – кәрәкле һөнәр буйынса белгестәр әҙерләү. Дөйөм алғанда, алда әйтелгәнсә, “Профессионалитет” федераль проекты нигеҙендә республикала 14 кластер булдырылды. Уларға быйылғы уҡыу йылында беренсе курсҡа биш меңдән ашыу кеше ҡабул ителде. Мәҫәлән, Мәләүез күп профилле һөнәри колледжында яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан үткәрелгән тантанала “Белем биреү һәм ауыл хужалығы етештереү технологиялары үҙәге” кластерының эшләй башлауы хаҡында белдерелгән, линейкала партнер предприятиелар вәкилдәре лә ҡатнашҡан. “Колледж менән хеҙмәттәшлек булдырылыуына бик шатбыҙ, студенттарҙың практикаға, аҙаҡ эшкә килеүен көтәбеҙ”, – тигән сығышында, мәҫәлән, урындағы “Аҡтирмән” йәмғиәте генераль директоры Кристина Күлбаева. Партнер ойошмаларҙа уңайлы программа ла ғәмәлгә ашырыла, уға ярашлы, хеҙмәткәрҙәргә, эштән айырылмайынса, юғары белем алыу мөмкинлеге бирелә. Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы Айрат Аллабирҙин әйтеүенсә, ошо уҡыу йортоноң “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә республиканың ете мәғариф учреждениеһы уртаҡ маҡсатта берләшкән. “Улар – Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы, Ауырғазы күп профилле колледжы, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы, Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы, Ишембай һөнәри колледжы, Туймазы индустриаль колледжы. Киләһе йылдан Күмертау тау колледжы ла ошо сафҡа ҡушылырға планлаштыра. Һанап үтелгән уҡыу йорттарында барлығы 7537 студент иҫәпләнә. Уларҙың 1195-е “Профессионалитет” яңы һөнәри белем биреү программаһы буйынса ғилем туплау мөмкинлегенә эйә”, – ти етәксе. Уның әйтеүенсә, кластерҙы асырға әҙерлек барышында 34 уҡытыусы өҫтәмә һөнәри программалар буйынса уҡыуҙар үткән. Август аҙағында улар Сыуаш Республикаһындағы “Воддорстрой” йәмғиәтендә стажировка үткән. Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙән тыш, партнер предприятиеларҙан 13 вәкил дә өҫтәмә һөнәри белем алған. Улар идара итеү командаһында буласаҡ, кластерҙың эшмәкәрлегенә бәйле төп ҡарарҙарҙы ҡабул итәсәк. Партнер предприятиелар вәкилдәре шулай уҡ Мәләүез күп профилле һөнәри колледжында остазлыҡ буйынса белем ала. Бындай уҡыуҙарҙы әлегә “Мәләүез минераль ашламалар” йәмғиәтенең алтмыш, Бәләбәй һөт комбинатының утыҙ хеҙмәткәре үткән. Колледждың партнер предприятиелары – Мәләүез һөт-консерва комбинаты, “Почет Билдәһе” орденлы Бәләбәй һөт комбинаты, “Концерн ИнтелКо”, “Мәләүез минераль ашламалар”, “Аҡтирмән”, “Башҡорт етештереүселәренең ит берләшмәһе” йәмғиәттәре, Күгәрсен агросәнәғәт ойошмаһы. Шулай уҡ күркә ите етештереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән “Союзпромптица” йәмғиәтен ошо сафҡа индереү мәсьәләһе өйрәнелә. “Бөгөн Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә, – ти уҡыу йорто директоры. – Инфраструктура булдырыу маҡсатында ике корпус та файҙаланыла. Төп бинала – дүрт, икенсеһендә 15 зона асыла. Был эштәр өсөн федераль бюджеттан – 100, республика ҡаҙнаһынан 50 миллион һум йүнәлтелде. Шулай уҡ партнер предприятиелар – 20 миллион 400 мең һум, белем биреү ойошмаһы бер миллион һум һалды”. Кластер асыуға әҙерлек барышында эшкә студенттар ҙа йәлеп ителгән. Уларҙың иң әүҙемдәренән төҙөлгән команда 2024 йылдың ғинуарынан алып колледжда оҫталыҡ дәрестәре, мәктәптәрҙә класс сәғәттәре уҙғара, “Асыҡ ишектәр көнө”ндә, ҡабул итеү кампанияһында ла ҡатнашҡандар. Билдәле булыуынса, уҡыусылар студенттар менән тиҙ арала уртаҡ тел табыусан, шуға ла был башланғыс ыңғай һөҙөмтә биргән. “Беҙҙең колледжда маршрутлаштырыу программаһы эшләй: студенттың беренсе курстан алып эшкә урынлашыуына тиклем юлы планлаштырылған, даими контролдә тотола. Һәр уҡыусыбыҙға айырым остаз билдәләнгән. Бындай эш яҡшы һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, хәҙер студенттарыбыҙҙың йөҙ проценты предприятиеларҙа түләүле практика үтә”, – ти Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы етәксеһе. Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры: – 2025 йылға республикабыҙҙа ошондай 19 үҙәк буласаҡ. Был – бик яҡшы күрһәткес. Уның буйынса илдә лидерҙар иҫәбендәбеҙ. 19 кластер булдырыу өсөн төбәккә 1,612 миллиард һум йәлеп ителде. Был проектҡа республика Хөкүмәте тарафынан иғтибар ҙур, уны тормошҡа ашырыуға йыл да ярҙам күрһәтелә. Уҡыу корпустарына капиталь ремонт яһау өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 867,5 миллион һум бүленде. Колледждарҙы яңыртыу, уларҙа заманса белем биреү-етештереү инфраструктураһы булдырыу, эш биреүселәрҙең аныҡ ихтыяжы нигеҙендә белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләү системаһын төҙөү мөмкинлектәрен биргән проект – мәғариф, иҡтисад тармаҡтарын үҫтереүгә ныҡлы этәргес. Фотолар: Мәләүез киң профилле һөнәри колледжы, "Башинформ".