Бала иламай, үҙ теләге менән балалар баҡсаһына бара икән - был ата-әсәләр өсөн ҙур ҡыуаныс! Ошо оло теләк менән балалар баҡсаһына барған баланың сәбәбе – ул тәрбиәсе, тәрбиәсенең эше. Баланы аңлаусыһы, йыуатыусыһы, ярҙамсыһы, әйҙәүсеһе... бары тик тәрбиәсе. "Әкиәт" бала үҫтереү үҙәге-балалар баҡсаһында иң яҡшы тәрбиәселәрҙең береһе - Әлфиә Әхмәтзәкир ҡыҙы Ильясова эшләй. Ул 30 йылдан ашыу эш тәжрибәһе туплаған тәрбиәселәрҙең береһе. 1985 йылда педагогик училищены бөткәндән һуң, тәрбиәсе булып эшкә килә. Ошо дәүер эсендә тәрбиәсе вазифаһынан баҡса мөдиренә тиклем үрләй. Намыҫлы эше, хеҙмәт емештәре өсөн дәүләт наградаһы - “Башҡортостандың мәғариф отличнигы" билдәһенә лайыҡ була. Әлфиә Әхмәтзәкир ҡыҙы - ябай, позитив ҡарашлы, ышаныслы, талапсан, аҡыллы, тура һүҙле, ғәҙел тәбиғәтле тәрбиәсе. Шулай уҡ тормошта шаян, көләкәс, артислыҡ һәләте бар. Әлеге көндә лә Әлфиә Әхмәтзәкир ҡыҙы ең һыҙғанып эшләп йөрөй. "Баланың күңелен асыр өсөн уны ысын күңелдән, эскерһеҙ эске донъяһын яратырға кәрәк