Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күрәҙәсе, туғаның әсирлектә, ти...

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан туғанынан оҙайлы ваҡыт хәбәр булмағас, ошо сентябрь айында бер ҡатын-ҡыҙ Иглин районынан 47 йәшлек күрәҙәсе ҡатынға бара. Сеанс ваҡытында "күрәҙәсе" клиентына яҡын кешеһенең украиндарҙа әсирлектә булыуын әйтә. Аралашыу мәлендә белгән бөтә мәғлүмәтте ул һуңынан Өфөнән булған таныш иргә һөйләй. Уныһы ҡайғыға батҡан ғаилә менән бәйләнешкә инеп, туғандарын әсирлектән ҡотҡарырға ярҙам итәсәген белдерә, тик бының өсөн бер миллион һум аҡса һорай. Өҫтәүенә, әгәр ярҙамдан баш тартһалар, әсирҙе язалап үлтерәсәктәрен хәбәр итеп ҡурҡытып ҡуя. Яугирҙең туғаны хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. "Ҡотҡарыусы"ға аҡсаны тапшырған мәлдә Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ирҙе ҡулға ала. Бер юлы "күрәҙәсе" ҡатынды ла һаҡ аҫтына ултырталар. Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан хәбәр итәләр. Бына шулай кеше ҡайғыһында аҡса эшләргә маташыусылар ҙа осрап ҡуя, һаҡ булығыҙ. Күрәҙәсегә барма, башыңа бәлә алма, тигән әйтем был осраҡта тура килеп кенә тора. Автор фотоһы.