Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ни өсөн район башлыҡтары вазифаһын ҡалдырҙы?

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә муниципалитет етәкселәренең контракттары тамамланыуға бәйле хәлде техник процедура тип атанылар.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы көндәрҙә Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровтың һәм Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовтың вәкәләттәре ваҡыты тамамланыуы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, асылда һүҙ техник процедура хаҡында бара. Федераль ҡануниәт буйынса урындағы хакимиәт башлығы менән контракт вәкилде урындағы хакимиәт башлығы вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул иткән муниципаль берәмектең вәкиллекле органы вәкәләттәре срогына төҙөлә. Атап әйткәндә, быйыл сентябрҙә урындағы хакимиәт башлыҡтарын тәғәйенләгән урындағы советтарҙың күпселегенең вәкәләттәр мөҙҙәте тамамланды һәм шуға ярашлы закон буйынса муниципалитет етәкселәренең дә вәкәләттәре туҡтатылды. Бурыстарҙы үтәү ҡала йәки район хакимиәте башлығы урынбаҫарына йөкмәтелә. Артабан муниципалитет ошо урындың етәксеһе вази

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә муниципалитет етәкселәренең контракттары тамамланыуға бәйле хәлде техник процедура тип атанылар.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы көндәрҙә Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровтың һәм Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовтың вәкәләттәре ваҡыты тамамланыуы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, асылда һүҙ техник процедура хаҡында бара. Федераль ҡануниәт буйынса урындағы хакимиәт башлығы менән контракт вәкилде урындағы хакимиәт башлығы вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул иткән муниципаль берәмектең вәкиллекле органы вәкәләттәре срогына төҙөлә. Атап әйткәндә, быйыл сентябрҙә урындағы хакимиәт башлыҡтарын тәғәйенләгән урындағы советтарҙың күпселегенең вәкәләттәр мөҙҙәте тамамланды һәм шуға ярашлы закон буйынса муниципалитет етәкселәренең дә вәкәләттәре туҡтатылды. Бурыстарҙы үтәү ҡала йәки район хакимиәте башлығы урынбаҫарына йөкмәтелә. Артабан муниципалитет ошо урындың етәксеһе вазифаһын биләүгә конкурс иғлан итә. Уның йомғаҡтары буйынса яңы хеҙмәт контракты төҙөлә. –Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров властың күсәгилешлеге һаҡланасағы хаҡында һөйләне. Вәкәләттәре ваҡыты тамамланған район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының күбеһе конкурста ҡатнашыу өсөн документтар тапшырырға ниәтләй. Ҡала һәм район етәкселегендә кардиналь үҙгәрештәр планлаштырылмай, – тип билдәләнеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.Фото: