Өфөлә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнгән учреждениелар өсөн “Балалыҡты ҡайтарыу” округ фестивале башланды. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 500-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша. Фестиваль башланған көндө төбәктең компетенциялар үҙәге тренерҙары хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә форумдың йәш ҡатнашыусылары өсөн эшлекле уйындар уҙғарҙы. - “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Производительность труда”) өс эшлекле уйын уҙғарҙыҡ. Улар – “Автобустарҙы йыйыу”, "Штепсель вилкаларын йыйыу”, “Эш урынын ойоштороу”. Уйын формаһында ябай ғына итеп һаҡсыл производство ҡоралдарының процестар һөҙөмтәһенә йоғонто яһауын күрһәттек. Балаларҙың был процесҡа әүҙем ҡушылыуы һөйөндөрҙө. Төрлө өлкәләрҙән 30-ҙан ашыу бала уҡыуҙар үтте. Пенза, Һарытауҙан килеүселәр бигерәк тә әүҙемлек күрһәтте, - тине Башҡортостандың компетенциялар үҙәге проекттары етәксеһе Эльнар Сиражетдинов. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы йөкмәткеле эшлекле программа көтә. “Балалыҡты ҡайтарыу” проекты Волга буйы федераль округында 2009 йылдан тормошҡа ашырыла. Әлеге саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.