Күптәрҙең тәҙрә төптәрен йәмләп, йыл әйләнәһенә тиерлек аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл сәкәләргә күмелгән яран гөлө лә – файҙалы үҫемлек. Уны ниндәй осраҡтарҙа, нисек ҡулланырға була? Һалҡын тейгәндә. Бер литр һыуға 25 грамм яран гөл япраҡтарын һалып, 10 минут ҡайнатырға. Бер аҙ һыуынғас, ошо һыу менән тамаҡты сайҡатырға. Тымаулағанда. Яран гөл япраҡтарын алып, ныҡ ҡына итеп ваҡларға, йәғни иҙмә яһарға. Унан инде марля һалып, танау ҡыуышлығына берәр тамсы тамыҙырға. Юғары ҡан баҫымы йонсотһа. Гөлдөң япраҡтарын ыуғыслап, бер аҙ һутын сығарығыҙ һәм ошо япраҡтарҙы ҡулдың беләҙек кейә торған өлөшөнә уратып ҡуйығыҙ. Уңайлы булһын өсөн бәйләп ҡуйырға ла мөмкин. Был гөл ҡан баҫымын яйлау һәләтенә лә эйә. Теш һыҙлағанда. Яран гөлдөң япрағына сәйнәп ҡарағыҙ. Ул стафилококкты бөтөрә торған бактерицид матдәләр бүлеп сығарып, төрлө ялҡынһыныуҙарҙан һаҡлай. Тире өсөн. Гөлдөң составындағы эфир майҙары тирегә ыңғай тәьҫир итә, төрлө тимгелдәрҙе бөтөрә, хатта экзема кеүек ауырыуҙарға ҡаршы ла һәйбәт сара һанала. Шулай уҡ яраны зарарһыҙландыра, бешкән, янған тиренен тиҙерәк төҙәлтә. Сәс өсөн. Яран гөл төнәтмәһе сәсте ҡойолоуҙан һаҡлай. Бының өсөн япраҡтарҙы ваҡлап турарға кәрәк. Өс аш ҡалағы ошондай иҙмәнең өҫтөнә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм ҡапҡас ябып, ултыртып тороғоҙ. Йылымыс хәлгә еткәс һөҙөп, йыуылған таҙа сәсегеҙҙе сайҡатығыҙ. Был процедуранан һуң сәсте яңынан сайырға кәрәкмәй, ул шул килеш кибергә тейеш. Йоҡоһоҙлоҡтан. 10 япраҡты бер стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәткә ултыртып тороғоҙ. Йоҡлар алдынан төнәтмәнең өстән бер өлөшөн эсегеҙ. Фотолар: market.yandex.ru һәм авторҙыҡы.