Өфөлә “Бала саҡты ҡайтарыу” округ фестивале дауам итә. Ул Волга буйы федераль округының балалар йорттарына ярҙам итеүгә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль йәһәттән яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән. Сарала Волга буйы федераль округы төбәктәренән 380 бала ҡатнаша. - Үҫмерҙәр етештереү майҙансыҡтарында, вуздарҙың фәнни лабораторияларында, колледждарҙа дәрестәрҙә була. Проекттың төп маҡсаты – етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы бер киңлектә берләштереү. Унда улар үҙен төрлө өлкәлә күрһәтә ала, - тип һөйләне оҙатып йөрөүсе Зөлфиә Бикташева. Бынан алда фестиваль сағыу байрам булараҡ асылғайны. Рәсәй Президентың Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев ҡатнашты һәм ул Игорь Комаровтың сәләм һүҙҙәрен еткерҙе. “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванов