Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Константин Климин булышлығында Башҡортостандың 11 компанияһы биш урындағы предприятиела булды һәм Гомель ойошмалары вәкилдәре менән 60-тан ашыу осрашыу үткәрҙе. Ошо осрашыуҙар барышында хеҙмәттәшлектең төрлө варианттары тикшерелде. Был хаҡта БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева һөйләне. – 60-тан ашыу осрашыу үткәреү һөҙөмтәһендә импорт һәм производство, ауыл хужалығы техникаһын хеҙмәтләндереү үҙәген булдырыу, фәнни проекттар, етештереү линияларын яңыртыу өсөн ҡорамалдар эшләү, шулай уҡ башҡа йүнәлештәге хеҙмәттәшлекте тикшерҙек. Башҡортостандың бизнес-берләшмәһе Гомель өлкәһе менән бәйләнештәрҙе нығытыу менән ҡыҙыҡһына, – тип һөйләне Маргарита Болычева. Осрашыуҙар һөҙөмтәһендә “Ремдизельснаб” предприятиеһында белорус ауыл хужалығы техникаһын сервис хеҙмәтләндереү буйынса майҙансыҡ асыу тураһында килешеүгә өлгәш