Улар тәүҙә Дәүләкән районында фермер Фәрүәз Хәлиуллиндың мал һуйыу пунктын ҡараны. Эшҡыуар малсылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә һәм яҡын-тирәләге ауыл халҡы һәм фермерҙар өсөн мал һуйыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Сергей Воскресенскийҙы продукцияның “Меркурий”, “РегАгро” һәм “Хорриот” мәғлүмәт системаларында күҙәтелеүе ҡыҙыҡһындырҙы. Яуап итеп пунктҡа беркетелгән ветеринар белгесе бөтәһен дә үҙенең компьютерында күрһәтте. Илшат Фәзрахманов фермерға һуйыу пунктын һөҙөмтәлерәк һәм сифатлыраҡ файҙаланыу өсөн кооператив төҙөргә кәңәш итте. Бында дәүләт ярҙамы саралары менән файҙаланыу мөмкинлеге бар, тине төбәк аграр ведомствоһы башлығы вазифаһын башҡарыусы. Шулай уҡ Сергей Воскресенский һәм Илшат Фәзрахманов Әлшәй районындағы “Башҡорт бойлеры” предприятиеһының 124 мең баш өсөн төҙөлөп ятҡан майҙансыҡты ҡараны. Бында эштәр 75 процентҡа тамамланған. Әлшәй районындағы киләһе объект – моцарелла һәм иретелгән сыр етештереү өсөн сеймал – Кальята етештереү буйынса уникаль предприятие. “Элипсмол” заводы ағымдағы йылдың майында эшләй башлаған һәм тәүлегенә 7-8 тонна Кальят етештерә, 100 тоннаға тиклем һөт эшкәртә. Бынан тыш, бында аҡ май һәм эремсек етештерелә. Предприятиеның генераль директоры Александр Захторенко ҡунаҡтарҙы производство менән таныштырҙы.Фото: pravitelstvorb.ru