Найти тему
Башҡортостан гәзите

Заманса спорт объекттарын төҙөүҙә тәжрибәбеҙ ҙур

Форумдың икенсе көнөндә “БРИКС сиктәрендә спорт хоҡуғын һәм халыҡ-ара спорт хеҙмәттәшлеген үҫтереү перспективалары” сессияһы үтте. Дискуссияла Андрей Назаров та ҡатнашты. “Яңы, ғәҙел, заманса ысынбарлыҡҡа яуап биргән халыҡ-ара спорт архитектураһын булдырырға кәрәк. Бында төп ролде БРИКС илдәре уйнарға тейеш. Башҡортостан тәжрибәһенән күренеүенсә, был әүҙемлекте бер нисә йүнәлеш буйынса үҫтереү мөһим”, – тине ул. – Шул иҫәптән беҙ берлектәге халыҡ-ара уйындарҙы үҫтерергә тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, былтыр Паралимпия комитеты менән бергә Өфөлә 21 дисциплина буйынса “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары үтте. Унда 30 илдән, шул иҫәптән Иран һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән 1600-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Бынан тыш, халыҡ-ара кимәлдәге спорт инфраструктураһын үҫтереү мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Башҡортостандың заманса спорт объекттарын төҙөүҙә бай тәжрибәһе бар, – тип өҫтәне Башҡортостан Министрҙар кабинеты етәксеһе. Шулай уҡ ул яҡын арала Өфөлә Фехтование үҙәге һәм Ишкәкле слалом комплексы асыласағын билдәләне.Спикер БРИКС-тың үҙ-ара эш итеүенең иҡтисади аспекттары тейешле стратегияларҙа формалаштырылыуын иҫкә төшөрҙө. Был тәжрибәне яңы халыҡ-ара спорт архитектураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт-ара акттар һәм килешеүҙәр әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә файҙаланырға кәрәк, тине ул. Андрей Назаров 2024 йылдың 17-19 октябрендә Өфөлә үтәсәк “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумында Башҡортостандың ошондай эште ойоштороу тәжрибәһе менән танышырға тәҡдим итте.Фото: pravitelstvorb.ru