Президент иғлан иткән Ғаилә йылында өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары араһындағы иң мөһим, күләмле сараларҙың береһе - "Йөрәгемде балаларға бирәм" исемле профессиональ конкурс. Уның тарихы бай - сирек быуаттан ашыу инде ул үҙ эшенең оҫтаары булған педагогтарҙы берләштереп, иң яҡшы эш алымдарын тотош илгә таратарыға ярҙам итә. Конкурсты ойошторороусылар - Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм белем биреү өлкәһенең Бөтә Рәсәй профсоюзы, операторы - Бөтә Рәсәй нәфис ижад һәм гуманитар технологиялар үҫеше үҙәге. Быйылғы конкурстың йомғаҡлау өлөшө Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә үтә. Бында үткән йылғы конкурстың абсолют еңеүсеһе Татьяна Воробьева йәшәй. 26 сентябрҙәге тантанала лауреаттар тәбрикләнә һәм абсолют еңеүсенең - иң оҫта педагогтың исеме иғлан ителә. Йола буйынса, тап ошо конкурстан ил педагогтары араһындағы иң төп ярыштарҙың финал саралары башлана ла. Быйылғы "Йөрәгемде балаларға бирәм" конкурсының ситтән тороп ойошторолған федераль этабында йәмғеһе 454 педагог ҡатнашҡан, финалға Рәсәйҙең 42 төбәгенән 90 өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы сыҡҡан. Жюри ағзалары конкурсанттарҙы туғыҙ номинацияла баһалай һәм техник, художестволы, тәбиғи-фәнни, туристик-крайҙы өйрәнеү, физкультура-спорт һәм социаль-гуманитар йүнәлештәрҙә, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар менән эшләгәндәр араһында иң яҡшы уҡытыусыларҙы билдәләй. "Өҫтәмә белем биреүҙәге профессиональ дебют" һәм "Өҫтәмә белем биреүҙә остазлыҡ" номинацияларында ла еңеүселәр билдәләнәсәк. Конкурс тураһындағы өҫтәмә мәғлүмәтте уның рәсми сайты - https://serdtsedetyam.ru аша белергә була. Фото: конкурстың рәсми сайтынан.
Өҫтәмә белем биреү педагогтары араһынан иң яҡшыларҙы асыҡлайҙар
20 сентября 202420 сен 2024
1 мин