Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда китап йәшәйәсәк!

“Китап байрамы” халыҡ-ара фестивале, Өфө үҙәгендә яңы “Китап” фирма магазины, “Китап” нәшриәтенең яңы проекттары... Һуңғы ваҡытта республикала “китап” һүҙенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә һәм ул тағы ла йышыраҡ яңғырай башланы түгелме? Был, ысынлап, шулай һәм иғтибар иң юғарынан – республика властары эшмәкәрлегенән килә. Ҡыуандырғыс ваҡиға бит! Республикала бер быуаттан ашыу милли “Китап” нәшриәте эшләп килә. Уға бөйөк яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишеваның исеме бирелгән. Быйыл нәшриәт 105 йыллығын билдәләй. Ә милли кейем көнөндә ҡала үҙәгендә, Ленин урамы, 26-сы йортта яңы “Китап” магазины асылды. Уның тураһында беҙгә нәшриәттең директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Иршат ҡыҙы Хәйретдинова һөйләне. – Был беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Өфөнөң үҙәгендә, Ленин урамында урынлашҡан ул. Ул иркен һәм яҡты, дөйөм майҙаны 180 квадрат метрҙан ашыу. Элек беҙ Октябрь проспектында урынлаштыҡ. Туҡталыш йыраҡ, машиналар ҡуйыр урын булманы. Етмәһә, бина ла ҡыҫынҡы һәм ҡараңғы ине. 70 квадрат метр майҙанда авторҙар менән осрашыуҙар үткәреп булманы. Китаптарҙың матур итеп урынлашыуы ла мөһим ине. Һәм былтыр көҙҙән яңы бина эҙләү мәсьәләһе килеп тыуҙы. Бында беҙгә шәхсән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ ярҙам итте. Һөҙөмтәлә хәҙер беҙҙең бөтә теләктәребеҙгә яраҡлы бинабыҙ бар. Бында һатыуҙан тыш ижади осрашыуҙар үткәреү өсөн майҙансыҡ булыуы бик яҡшы. Унда яҙыусы һәм шағирҙар менән осрашыуҙар, әҙәби кисәләр, төрлө йәштәге китап һөйөүселәр өсөн мауыҡтырғыс саралар үткәреләсәк. Был әҙиптәрҙе халыҡҡа яҡынайтыр, туған телебеҙҙәге китаптарға иғтибар артыр һәм яңынан-яңы әҫәрҙәр илһамланып ижад ителер, – тине ул. Етәксе яңы магазиндың үҙенсәлектәрен атаны. – Беҙ хәҙер баш ҡала үҙәгендә, туристар күп йөрөгән урында урынлаштыҡ. Тимәк, сувенирҙар, милли үҙенсәлекте сағылдырған әйберҙәр кәрәк. Оҫталар менән килешеүҙәр төҙөгәнбеҙ. Канцелярия тауарҙары ла бар, эргәлә уҡыу йорттары күп, китап алырға ингән кеше уларҙы ла алып сыға. Ғөмүмән, магазинды асҡан саҡта ассортиментты арттырырға кәрәклеген аңланыҡ. Мәҫәлән, беҙ Рус география йәмғиәте һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте баҫмаларының стендтарын булдырҙыҡ. Хәҙер беҙҙә “Рәсәй атласы” һәм “Крузенштерн атласы” бар. Был тарих һәм география яратҡандарға шәп бүләк. Был кәштәләрҙе байытыу өсөн махсус Мәскәүгә барҙым, улар үҙенсәлекле, һорау менән файҙаланған китаптар һайлашты. Шулай уҡ Рәсәйҙең һәм республиканың спилс-карталары бар. Илдәге һуңғы ваҡиғаларға бәйле Рәсәй тарихына арналған китаптар бөгөн бик көнүҙәккә әйләнде. Уларҙы ла яратып алалар. – Тағы ниндәй йүнәлештәр ҡыҙыҡ кешеләр өсөн? – Магазиндың ассортиментын булдырыр алдынан китап тармағындағы статистиканы төплө өйрәндек. Унда күренеүенсә, кешеләр тарих менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Шулай уҡ күптәргә нон-фикшн йүнәлеше яҡын. Был мотивация, психология, бизнес тураһындағы китаптар, беҙҙә улар бар. Һәр саҡ балалар әҙәбиәтенә иғтибар ҙур. Ил буйлап йәрминкәләргә йөрөп балалар өсөн махсус рәүештә китаптарға өҫтөнлөк бирҙек. Беҙ үҙенсәлекле, сағыу биҙәлгән, тотоу өсөн күңелгә ятышлы китаптар һайланыҡ. Әлбиттә, популяр китаптар ҙа һатабыҙ, сит ил һәм Рәсәй классикаһы, заман прозаһы бар. Әйткәндәй, быйыл статистикаға ярашлы Корней Чуковский популяр, уларҙы ла алабыҙ. – Ләкин үрҙә әйткәнсә, төп иғтибар “Китап” нәшриәтендә баҫтырылған китаптарға бирелә? – Әлбиттә, һис шикһеҙ шулай. Тәү сиратта башҡорт яҙыусылары, Башҡортостан тураһында китаптар. Беҙ, мәҫәлән, былтыр 133 китап баҫтырғанбыҙ, шуның 68-е – нәфис әҙәбиәт. Йәш авторҙарға ярҙам итеп, уларҙы ла баҫтырырға тырышабыҙ. Шулай уҡ үлмәҫ классиктарыбыҙға һәр ваҡыт ихтыяж ҙур. Улар – Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Сергей Аксаков. Ҡөрьән китабы һәр ваҡыт популяр, беҙ уны башҡортса транскрипция менән сығарабыҙ. Башҡорт йолалары, кейемдәре, аш-һыуы ҡыҙыҡ кешеләргә. “Урал батыр”ҙы гел һорайҙар. Әйткәндәй, башҡорт батырҙары тураһында әкиәттәрҙе эҙләйҙәр. Уларҙы йыш яңыртып торабыҙ. Быйыл Өфөгә бәйле, башҡорт аты тураһында китаптарға һорау ҙур булды. Баш ҡала юбилейына арнап “Минең Өфөм” тигән махсус проект эшләнек, унда баш ҡала тураһында биш китап инде. Махсус хәрби операция тураһында баҫылған китапты ла яратып алалар. Бына шундай яңы урын барлыҡҡа килде Башҡортостанда. Был турала милләттәштәребеҙ нимә ти? Мөнир ҠУНАФИН, яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире: – Ҡайҙалыр китапҡа иғтибар кәмегендә, һүҙ ҡәҙеренең, ҡәләм ҡөҙрәтенең көсө бөткән ерҙә, беҙҙең Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа әҙәбиәтебеҙгә, китапҡа ныҡ итеп иғтибар артты. “Китап байрам”ын булдырыу ғына ла беҙҙе, яҙыусыларҙы, уҡыусыларҙы дәртләндереп ебәрҙе. Әле килеп Өфөнөң ҡап уртаһында ошо “Китап” магазины асылыуы шул тиклем шатлыҡлы, һөйөнөслө күренеш. Ысынлап та, мин быны мотлаҡ уҡыусылар артып китер тип тә уйламайым. Иң мөһиме - китапҡа, яҙыусы хеҙмәтенә иғтибар, һөйөү артыуы тип ҡабул итәм. Китап уҡып ҡына кеше фекерен үҫтерә, тәҡдимен әйтә ала. Китап - белем шишмәһе, тибеҙ, шул шишмәнең һулымауын теләйбеҙ барыбыҙ ҙа. Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ, Яҙыусылар союзы рәйесе: – Өфө ҡалаһының тарихи үҙәгендә “Китап” нәшриәтенең магазины асылды. Милли әҙәбиәт өсөн был оло ваҡиға! Бындай хәстәрлек өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Гөлдәриә ЙОСОПОВА, журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союздары ағзаһы: – Милли кейем көнөндә Өфөлә “Китап” нәшриәтенең яңы магазины асылды. Баш ҡала үҙәгендәге тарихи бинала урынлашҡан магазин шул тиклем матур! Унда яңы китаптарҙың исем туйын уҙғарыу өсөн махсус зал да бар. Тимәк, алда был залда күркәм осрашыуҙар көтә! Ғаяз БИКБУЛАТОВ, Өфө ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәре: – “Китап” нәшриәте тотош авторҙар плеядаһын тәрбиәләп үҫтерҙе, бөтә ил ғорурланған бик күп яңы әҙәби исемдәр асты. Бөгөн күп быуын яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың һәм милли әҙәбиәтте яратыусыларҙың хыялы тормошҡа ашты – Өфө үҙәгендә башҡорт китабы йорто барлыҡҡа килде! Был майҙан (магазин+ваҡиға майҙансығы) республика халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан урыны булып тора. Республика етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.