Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Бәләкәй сәйәхәтсе"нең оло еңеүе

Сибай командаһы дөйөм белем биреү ойошмалары ашнаҡсылары командалары араһында «Тәмле юл» республика профессиональ оҫталыҡ конкурсында ҡатнашты. Сибай күп профилле һөнәри колледжының ашнаҡсы һәм кондитер эше уҡытыусыһы Илүзә Кулуева «Балалар торты» номинацияһында кубок һәм дипломға лайыҡ булды. - Конкурс етди, жюри абруйлы, шуға күрә сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ, ғәҙәти булмаған торт әҙерләү төп бурыс булып торҙо. Команда уны шар формаһында эшләргә ҡарар итте. Уйлап эшләнгән конструкция арҡаһында торт Өфөгә тулыһынса килтерелгән. Изделие фантазия стилендә - кескәй сәйәхәтсе һәм самолет фигураһы менән тулыландырылған, мастиканан һауа болоттары менән зәңгәр Ер шарында эшләнгән. Торт «Бәләкәй сәйәхәтсе» тип атала, - ти Илүзә Кулуева. Фото: телеграм