Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

150-се селтәр әҙер

“Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы ветерандары иртә менән “Геройҙар өсөн тегәбеҙ. Яңауыл” оҫтаханаһы ирекмәндәре эргәһенә ашыҡты. Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби зонаһында хеҙмәт итеүсе яугирҙәр өсөн 150-се маскировкалау селтәрен үреүҙе тамамлаған. Хәрби ветерандар яугирҙәр яҙмышына битараф булмаған аҫыл зат вәкилдәренә рәхмәт белдереп, сәскә гөлләмәләре, бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Осрашыуҙан һуң ветерандар райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды һәм экспонаттар бүләк итте. “Геройҙар өсөн тегәбеҙ.Яңауыл” оҫтаханаһы ойоштороусыһы Эльмира Мөхәмәтшина әйтеүенсә, Яңауыл районы буйынса 386 маскировкалау селтәре әҙерләнгән, 4 200 изделие тегелгән. Рөстәм Сангов һәм Илдар Шәрипов фотолары.https://vk.com/yanzori