Бөгөн, 20 сентябрҙә, Өфө буйлап эшлекле сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең яңы магазинына һуғылды. Ул ошо көндәрҙә асылғайны. Нәшриәт директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова быйылғы февраль айына тиклем кибеттең Октябрь проспектындағы бәләкәй генә бинала эшләүе тураһында һөйләне. – Хәҙер уның өсөн Өфөнөң тарихи үҙәгендә урын табылды, был бик мөһим, сөнки “Китап”тың баҫмалары Башҡортостан менән таныштырырға ла ярҙам итә, – тине ул. Яңы магазиндың майҙаны 182,8 квадрат метр тәшкил итә. Унда ике зал – китап һатыу һәм ял-саралар ойоштороу урыны бар. Магазинда "Китап", "Башҡорт энциклопедияһы" нәшриәттәренең продукцияһы, шулай уҡ төрлө телдәрҙә, шул иҫәптән башҡортса, татарса, русса, удмуртса, инглизсә һәм немецса баҫылған милли әҙәбиәт тәҡдим ителә. Шулай уҡ магазинда Рәсәй нәшриәттәрендә сығарылған китаптарҙы һатып алырға мөмкин. Балалар әҫәрҙәренә һәм классик әҙәбиәткә, ижад итеү өсөн тауарҙарға һәм non-fiction, йәғни нә