Был хаҡта төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Был ыңғай динамиканы һаҡлау дәүләт ярҙамы саралары, шул иҫәптән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендәге саралар менән тәьмин ителә.– Әлеге ваҡытта республикала 136,7 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Шулай уҡ үҙмәшғүлдәр һаны артыуы күҙәтелә: 237 меңдән ашыу кеше рәсми теркәлеүҙе һәм махсус һалым режимын һайлаған. Был уҙған йылдағы мәғлүмәттәрҙән 27,8 процентҡа күберәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.2024 йылдың 10 сентябренә төбәктә микропредприятиелар һаны 5 процентҡа артып, 132,1 мең билдәһен үткән. Был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының дөйөм һанынан 96,6 процент тәшкил итә. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта предприятиелар һаны артыуы теркәлгән. 2024 йылдың беренсе кварталында бәләкәй һәм урта компаниялар әйләнеше 203 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Был